Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Государственный комитет Республики Башкортостан по делам юстиции

Ғаилә ҡәҙерен белеүселәр

19 Декабря 2018
13
0

Башҡортостан Республикаһы законына ярашлы гражданлыҡ хәле акттарын теркәү идаралыҡтарында 50,60,70 һәм 75 йыл бергә йәшәгән ғаиләләр тәбрикләнә. Алтын, гәүһәр, хозур туйҙарын билдәләүселәр мөхәббәттең мәңге йәшәүен тағы ла дәлилләй. Киров районы ЗАГСында декабрҙә алтын һәм гәүһәр туйҙарын ҡаршылаусылар тәбрикләнде. Юбилярҙарға Башҡортостан Президентының иҫтәлекле бүләктәре тапшырылды һәм парҙар Почетлы юбилярҙар китабында ҡултамғаларын ҡалдырҙы. Хәмзә һәм Зәриә Бәшәровтар беренсе күрешкән ваҡыттарын әлегәләй хәтерләй. Ауырғазы районында тыуып үҫкән Хәмзә Шәмсүн улы күрше Дәүләкән районы Суйынсы ауылы мәктәбенә йөрөп уҡый. Тап ошонда Зәриә Бәҙретдин ҡыҙы менән таныша. Һуңынан,егет Венгрияла хеҙмәт иткәндә хат алышалар. Йәш саҡтарында ниндәй генә ҡатмарлыҡтар осрамаһын, һөнәр үҙләштереү иң мөһим шарт була улар өсөн. 1958 йылда өйләнешкәс тә, уҡыуҙарын артабан институтта дауам итәләр. Тәүҙә икеһе лә Башҡортостандың бәйләнеш идаралығында эш башлай. Һуңынан Хәмзә Шәмсүн улы Башнефть ойошмаһында бүлек етәксеһе вазифаһын башҡара, 50 йылға яҡын хеҙмәт стажы уның. Зәриә Бәҙретдин ҡыҙы иһә 45 йыл иҡтисадсы һөнәренә тоғро ҡала. Ҡыҙҙары Роза ла әсәһе юлын һайлай. Хәмзә Шәмсүн улы һәм Зәриә Бәҙретдин ҡыҙының ғаилә ҡороп йәшәүҙәренә 27 декабрҙә 60 йыл тула. Бәшәровтар ғаиләһе өсөн улы, ҡыҙы һәм ейәндәре менән гәүһәр туйҙарын иҫән-һау ҡаршылау оло ҡыуаныс.Өфө ҡалаһының Киров районында декабрҙә тағы ла 5 пар үҙҙәренең мәртәбәле байрамын ҡаршылай. Никахлашыу һарайында алтын һәм гәүһәр туйҙарын билдәләүселәрҙе тантаналы рәүештә ҡотланылар.Юбилярҙар ихлас күңелдән рәхмәттәрен әйтеп, тағы ла 5 йылда ошо залда күрешергә яҙһын, тип теләктәрен белдерҙе.Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, 2018 йылда республикала 2 меңгә яҡын ғаилә туй юбилейҙарын билдәләне. Шул иҫәптән меңдән ашыу алтын туй, 500-гә яҡын гәүһәр туй. Ә бына 70 йыл бергә йәшәгән ғаиләләр һирәгерәк осрай. Республикала 15 пар үҙенең хозур туйын ҡаршыланы.

Ссылка на видеосюжет

Открой Свою Республику: открытаяреспублика.рф
  • Ғаилә ҡәҙерен белеүселәр